«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫтар! Бөрйән балтаһы Лилиә Дәүләтшинаға эләкте!



16.01.2017 Дуҫтар! Бөрйән балтаһы Лилиә Дәүләтшинаға эләкте!

Дуҫтар! Бөрйән балтаһы Лилиә Дәүләтшинаға эләкте!
Дуҫтар! Бөрйән балтаһы Лилиә Дәүләтшинаға эләкте!
Йәшлек" гәзите һәм төркөмөбөҙ сираттағы ярышын тамамланы!
Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенең "Мастерская "Бурзянский топор" школы д. Абдулмамбет" төркөмө вәғәҙәләгән бик матур сувенир - ағас балта Лилиә Дәүләтшинаға эләкте.

Әбделмәмбәт мәктәбе оҫтаханаһы "Бөрйән балтаһы" сувенирҙары, брелоктары, ручка өсөн һауыттар эшләй. Бөтә авторлыҡ хоҡуҡтары - ошо оҫтахананыҡы. Һорамай күсереү, һатыу, таратыу закон буйынса эҙәрлекләнә. Сувенирҙарҙы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы "Ҡыпсаҡ" сауҙа үҙәгендә, икенсе ҡаттағы "Крепежный центр" магазинында һатып алырға/заказ яһарға мөмкин.

Ағас балта оттороу репост конкурсы һөҙөмтәләре менән бик ҡыуандырҙы. Теүәл бер ай һәм ике ике көн арауығында ярыш яҙмаһын 92 кеше дуҫтарына һөйләне, 224 кеше "лайк" ҡуйҙы.

92 кешенең сәхифәһендә "Йәшлек"тең акцияһын кәмендә биш кеше күрһә лә был бик яҡшы һөҙөмтә бит! Иң ҡыуаныслыһы - төркөмгә яҙылыусылар һаны артты. Бер айҙан ашыу ваҡыт эсендә уларҙың һаны 9792-нән 10175-кә етте, 383 кеше өҫтәлде.

Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар!

Еңеүсене ғәҙел рәүештә, Random.app ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнек. Ул - Лилиә Дәүләтшина булды. Еңеүсе ярыш яҙмаһын 18 декабрҙа таратҡан.

Видеояҙманы ҡарарға мөмкин. Еңеүсене ҡотлайбыҙ!

Ярышҡа әүҙем ҡушылғандарҙы һәм яҙманы таратыуҙа ярҙам иткән кешеләргә һәм төркөмдәргә рәхмәт белдерәбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға