«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйҙә эшләнгән хот-дог



18.01.2017 Өйҙә эшләнгән хот-дог

Өйҙә эшләнгән  хот-дог
4 хот-дог әҙерләү өсөн 4 оҙонса булочка, 4 сосиска, кетчуп, майонез, гәрсис, 1 помидор, тоҙло ҡыяр, сыр һәм тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Булочкаларҙы буйлатып уртаға ҡырҡабыҙ (тик икегә бүленмәҫкә тейеш) һәм кетчуп һылап, сосиска һалырға, тоҙло ҡыярҙы һәм помидорҙы түңәрәкләп киҫеп, сосисканың бер яғына – ҡыяр, икенсе яғына помидор киҫәктәрен теҙергә. Хот-дог өҫтөнә майонез, гәрсис һөртөп, ваҡ ҡырғыста ҡырыл­ған сыр һибергә. Микротулҡынлы мейестә йә ҡыҙҙырылған духовкала сыр ирегәнсе тоторға. Әҙер хот-догтың өҫтөн ваҡлап туралған укроп менән биҙәргә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға