«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Берәҙәк бесәйҙең бәхете



13.01.2017 Берәҙәк бесәйҙең бәхете

Берәҙәк бесәйҙең бәхетеКисә Өфөлә йәшәгән Максим Сулкин тигән кеше машинаһы капоты аҫтында бесәй табып алған. Мыраубай мотор янына менеп, ярты көн буйы шунда йөрөгән.

Был бесәй нисек итеп ҡайышҡа эләкмәгән, сығарыу коллекторына бешмәгән икән? Күрәһең ете йәнле булыуы ҡотҡарғандыр уны. Әле Максим бесәйҙе үҙенә йәшәргә алған.

Автомобилселәр иртәнсәк иренмәй генә капот аҫтарын тикшерегеҙ. Берәҙәк бесәйҙәр йылы мотор янына менеп ултыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға