«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенсия әҙ тип тормайбыҙ



28.02.2017 Пенсия әҙ тип тормайбыҙ

Пенсия әҙ тип  тормайбыҙХөрмәтле “Йәшлек” гәзитен ижад итеүселәр, һеҙгә шундай бай йөкмәткеле, уҡымлы баҫма сығарғанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдереп хат яҙырға булдым. Гәзиттең һәр һанын көтөп алабыҙ, ғаилә менән сиратлап уҡып сығабыҙ. Кем алдараҡ өлгөрә. Аҙаҡтан йыйылышып сканворд, кроссвордтар­ҙың яуаптарын тултыра башлайбыҙ. “Йәшлек” беҙгә көнөндә, сәғәтендә килеп етә, почтальоныбыҙға рәхмәт. Пенсиябыҙ бәләкәй булһа ла, аҡса еткереп, бурысҡа алып булһа ла төрлө баҫмаға яҙылабыҙ.

Нурия ФАЗЫЛОВА.
Архангел районы,
Оҙондар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға