«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яратҡан баҫмам



20.01.2017 Яратҡан баҫмам

Яратҡан баҫмамЯратҡан баҫмабыҙҙы, “Йәшлек” гәзитен, алдырып уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Мин уны 1950 йылдан, “Ле­нинсы” сағынан, алдырып уҡып барам. 80 йәш менән барһам да, “Йәшлек”һеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. “Йәшлек” гәзитенән башҡа, “Башҡор­тостан”, “Йәншишмә”, “Киске Өфө”, районыбыҙҙың “Хәйбулла хәбәрҙәре”, “Комсомольская правда” гәзиттәренә, “Шоңҡар”, “Һәнәк” журналдарына яҙылғанмын.
Бөтә баҫмалар ҙа йөкмәткеле, уҡымлы булып баҫылып сыға. Сөнки улар беҙгә таяныс та, рухи аҙыҡ сығанағы ла. Үҙем дә һирәкләп булһа ла мәҡәләләр яҙып торам. Тик башҡорт матбуғаты тиражының йылдан-йыл кәмей барыуы ғына күңелде борсой. Милләттәш­тәремә әйтер һүҙем шул: үҙебеҙҙең башҡорт баҫмаларына әүҙем яҙылып, алдырып уҡыйыҡ. Сөнки улар республика тормошон киң яҡтырта, унда йәшәгән халыҡҡа яңылыҡтар һәм хәл-ваҡиғаларҙы ғына һүрәтләп ҡалмай, кәрәк урында төрлө кәңәш, йүнәлеш тә бирә, донъяға ҡараш барлыҡҡа килтерә. Гәзит сығарыусылар коллективына бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади көс, илһам, яңы идеялар, ҡыҙыҡлы материалдар, тоғро уҡыусылар теләйем. Шулай уҡ яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә именлеге юлдаш булһын.

Марат МӘМБӘТОВ.

Хәйбулла районы,
Әбүбәкер ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға