«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өшөһәк тә, туңһаҡ та, күңелле ял итәбеҙ!



12.01.2017 Өшөһәк тә, туңһаҡ та, күңелле ял итәбеҙ!

Өшөһәк тә, туңһаҡ та, күңелле ял итәбеҙ!Шаулатып-гөрләтеп, оҙон һуҙып Яңы йылды ла ҡаршыланыҡ. Был ҡышҡы ял мәлендә, моғайын, һәр ғаилә урамда йөрөгән, ҡунаҡҡа барған, тәбиғәттә ял иткән. Һәр кеше фотограф, һәр беребеҙҙә фотоаппарат, камералы телефон булған заманала йәшәйбеҙ, шуға ла фотолар ҙа күбәйеп киткәндер.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы - “Йәшлек” “Саф һауала” исеме менән бик шәп һәм ҡыҙыҡлы фотобәйге үткәрергә ниәтләне. Бының өсөн ул-ҡыҙҙарығыҙҙың, ейән-еәйнсәрҙәрегеҙҙең, бала туғандарығыҙҙың урамда зыҡ ҡубып, шаярып ял иткән, уйнаған мәлен фотоға төшөрөп, беҙгә ебәрегеҙ. Яңы йыл каникулдарында төшөрөлгәндәре лә бара, тик фото быйылғы булһын. Балалар һырғалаҡта, тауҙа шыуа, ҡар һындары әүәләй, атта, ҡаргиҙәрҙә, тимераяҡта йөрөй, йорт хайуандары менән уйнай – ҡыҫҡаһы, барыһы ла һеҙҙең фантазиянан тора. Иң мөһиме - көләс йылмайған малай-ҡыҙҙарҙың тәбиғәттә ял иткәне күренһен.

Фотоларҙы "Бәйләнештә»ге «Йәшлек" гәзите – газета “Йэшлек” төркөмөнә ҡуйырға кәрәк. Унда конкурстың шарттары аңлатып яҙылған пост үргә нығытып ҡуйылған. Айырым фотоальбом бар, һүрәттәрҙе шунда һалығыҙ. Баланың исем-фамилияһын, нисә йәштә икәнен, ҡайҙа төшөрөлгәне тураһында яҙырға онотмағыҙ. Фотоны матур, ҡояшлы көндә, кадрға сит кешене индермәй, ҡыҙыҡлыраҡ итеп төшөрһәгеҙ, еңеүгә өмөтөгөҙ юғарыраҡ буласаҡ.
Фотоларҙы шулай уҡ беҙҙең электрон почтаға (ye02@yandex.ru) ебәрергә лә мөмкин.
Һүрәттәр тәүҙә төркөмдә баһаланасаҡ, иң матурҙары аҙна һайын гәзит битендә урын аласаҡ. Бер юлы ҡатнашыусылар фотоярыш тураһындағы яҙманы дуҫтарына һөйләргә, төркөмгә кеше саҡырырға тейеш. Быныһы һеҙгә ҡыйын түгел, беҙгә иһә - ярҙам.
Ижади конкурс март айынаса барасаҡ. 8 март алдынан ярыш фотоальбомын ябабыҙ һәм еңеүселәрҙе билдәләйбеҙ. Бүләге лә булмай ҡалмаҫ, тип ышандырабыҙ.
Мөхәрририәт

Конкурс фотоальбомы: https://vk.com/album-35065816_240729183







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға