«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (6 ғинуар)



11.01.2017 Ә беҙҙең ауылда... (6 ғинуар)

Ә беҙҙең ауылда... (6 ғинуар)
Был аҙнала беҙ Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Гөлназ СУРИНА,
Хәйбулла районының Вәзәм ауылы:
– Ауылыбыҙ, бәләкәй булһа ла, ярҙамсыл, уңған халҡы менән районда дан тота. Мәҙәниәт йортонда үткән һәр бер сарала ихлас ҡатнашҡан талантлы кешеләр ҙә күп. Шуға күрә байрамдар, концерттар йыш ойошторола. Яңы йыл байрамы алдынан мәҙәниәт йорто фойеһында бер төркөм ир-егеттәр ярҙамы менән яңы ултырғыстар ултыртылды. Ҡарағай таҡта һәм үҙенең бысыу станогы менән Илфир Мөхәмәтйәров ярҙам итте. Илгиз Ямалетдинов, Риф, Илназ, Муса Суриндар, Илнур Кәримов, Илфир Мөхәмәтйәров, Данис һәм Азамат Ғәлиевтар, ойошҡанлыҡ күрһәтеп, тиҙ арала эште башҡарып та ҡуйҙы. Хәҙер мәҙәниәт йорто бөтөнләй икенсе төҫ алды, был матурлыҡҡа ҡарап күңел күтәрелә. Яңы йыл байрамдары ла матур үтеп китте. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы, битарафлыҡҡа юл ҡуймаусы ир-егеттәргә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Яңы йылда уларға иҫәнлек, һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ!

Әнүзә МӘЖИТОВА,
Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы:
– Барлыҡ ил менән, ғаилә менән иң яратҡан, иң күңелле, иң мөғжизәле булған байрам – Яңы йылды бөтә ауыл менән ҡаршыланыҡ. Балалар баҡсаһында, мәктәптә, ауыл клубында Шыршы байрамдары шаулап-гөрләп үтте. Яңы аяғына баҫып атларға өйрәнгән сабый­ҙан алып йәше-ҡарты ошо ял кисәләрендә рәхәтләнеп күңел асты, уйындарҙа ҡатнашып, йырлап-бейеп ауылдаштарына матур ял кисәһе бүләк итте. Яңы йыл алдынан республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән бүләге тантаналы рәүештә ете бала тәрбиәләүсе матур пар – Гөлфиә һәм Заһир Сәғәҙәтовтарға тапшырылды.
Байрам ваҡытында ата-әсәләренең хәлен белергә, байрам менән ҡотларға балалары ҡайта. Ҡышҡы каникулда кескәйҙәр рәхәтләнеп тау шыуһын өсөн алдан уҡ ҡар ҡаласығын да хәстәрләнек. Улар бер ҙә ҡаланыҡынан кәм булманы. Хатта Таңһылыу һәм Айбулат Ғайсиндар эшләгән һындарҙы оло трассанан үтеп йөрөүселәр күреп, фотоға төшөрөү өсөн ауылға инеп, ҡарап китә. Хәнифә һәм Рәмил Вилдановтар, Вәсилә Рәхимова, Заһит Шәнгәрәев, Айгөл һәм Азамат Камаловтар, урындағы мәктәп коллективы, уҡыусылар ата-әсәләре менән эшләгән боҙ ҡаласыҡтарын район хакимиәте вәкилдәре лә юғары баһаланы.

Гөлнур ҠЫУАТОВА,
Ейәнсура районының Юлдаш ауылы:
– Республиканың төрлө ауылдарында эшләп килгән вокал һәм фольклор ансамблдәренең сығыштарын ҡарап, күңелдә бер аҙ көнләшеү тойғолары барлыҡҡа килә торғайны. Ауылыбыҙҙа талантлы кешеләр бик күп, уларҙы ойоштороп, бер аҙ йүнәлеш биреүсе булһа, беҙҙә лә бынамын тигән үҙ ансамблебеҙ булыр ине...
Һәм, ниһайәт, ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарҙың матур сығыштарын ҡарау бәхете тейҙе юлдаштарға. Күптән түгел мәҙәниәт йортонда эш башлаған Наил Фәтих улы Ишеғолов менән Айһылыу Баян ҡыҙы Ғәлина иң талантлы, дәртле, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә йыйып, “Миләшкәй” ансамблен ойошторҙо. Ғәлимә һәм Сәкинә Ишеғоловалар, Гөлкәй Бикмөхәмәтова, Филүзә Ҡәйепҡолова, Миңлегөл Сарбаева, Клара һәм Зөлхизә Бикбулатовалар, Өмөлниса Ҡадаева, Гөлйыһан Шәмиғолова, Зилбәр Солтанғужина бер булып, ҙур тырышлыҡ менән матур программа әҙерләп, концерт ҡуйҙы. Йыр-бейеү күңелдәрҙе тетрәткән шиғыр юлдары менән үрелеп барҙы. Һүҙ оҫталары көлкөлө хәлдәр һөйләп, тамашасыларҙың күңелен асты. Үҙ ауылыбыҙҙың таланттары башҡарыуында йырҙар тыңлап, бейеүҙәр ҡарап, ихлас ял иттек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға