«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Кисәгә барыһын да саҡырам!” тип белдерә Мансур Дәүләтбаев



11.01.2017 “Кисәгә барыһын да саҡырам!” тип белдерә Мансур Дәүләтбаев

“Кисәгә барыһын да саҡырам!” тип белдерә Мансур Дәүләтбаев
29 ғинуарҙа, киске сәғәт 5-тә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында продюсер, режиссер һәм яҙыусы Мансур Дәүләтбаевтың юбилей ижади кисәһе үтәсәк.
Мансур Дәүләтбаев баш ҡалала тыуып үҫкән. “Инженер, иҡтисадсы, юрист, продюсер, яҙыусы һөнәрҙәрем бар”, - тип һөйләне ул үҙенең тураһында. - Алып барыусы һәм продюсер сифатында тәүге тапҡыр сәхнәгә мин 16 йыл элек Башҡорт дәүләт филармонияһында сыҡтым. Унда “АНТ” төркөмө һәм йырсы Елена Гусарова сығыш яһағайны. Тамашасыларға концерт бик оҡшаны, - тип белдерҙе Мансур Мөхәмәтйән улы.
Юбилей кисәһендә «Сораман» төркөмө, йырсы Рафаэль Рәхмәтуллин, бейеүсе Розалина Бикмаева, башҡорт эстрадаһы легендаһы «АНТ» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Өфөнөң “Глумилино” рок төркөмө лә ижадын күрһәтәсәк. Байрамда шулай уҡ Мансур Дәүләтбаевтың «Время. События. Люди» китаптарының исем туйы үтәсәк. Аҙаҡтан тамашасыларға «Белая в черном» фильмы күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, кисәгә билеттарҙың күп өлөшө Өфөнөң 1-се балалар йортона, 39-сы гимназияһына, БДУ һәм ӨДНТУ студенттарына хәйриә рәүешендә тапшырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға