«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2017 йылдың ғинуар (һыуығай) айы



09.01.2017 2017 йылдың ғинуар (һыуығай) айы

2017 йылдың ғинуар (һыуығай) айы
Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
1 – Яңы йыл байрамы.
7 – Раштыуа (Рождество) байрамы.
11 – Ҡурсаулыҡтар көнө.
12 – Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
13 – Рәсәй матбуғаты көнө.
21 – Рәсәй Федерацияһы инженер ғәскәрҙәре көнө.
25 – Рәсәй студенттары көнө.
27 – Халыҡ-ара таможня көнө.

һынамыштар
❆ Ябалаҡлап ҡар яуһа, һуңынан һауа йылы, дымлы булыр.

❆ Ғинуарҙың алтыһында тулы ай – яҙғы ташыу һыуға бай.

❆ Ғинуарҙың алтыһында көн йылы – ҡырҙа икмәк бик ҡуйы.

❆ Ғинуарҙың алтыһында бәҫ булһа, йәй ямғырлы булыр.

❆ Ғинуарҙың егерме дүрте­ндә булһа аяҙ – бик нәфис килер яҙ.

❆ Ҡышҡыһын ҡояш ҡыҙарып сыҡһа, һалҡын булыр.

❆ Ғинуар айында һалҡын булһа, йәй көнө ашлыҡҡа ҡорт төшмәҫ.

❆ Ғинуар айында йылы булһа, арыш уңыр.

❆ Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе буласаҡ, ҡарлы һәм буранлы булһа, июлдә ямғыр йыш яуыр.

Юбилейҙар

1 – башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, башҡорт ғәскәрендә ҡаһарман полк сардары, этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре докторы Ғәлимйән Тағандың тыуыуына – 125 йыл (1892 – 1948).
– шағир, сатирик һәм юморист Рәдиф Тимершинға – 70 йәш (1947).
– Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, драматург, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаевҡа – 60 йәш (1957).
2 – БР Фәндәр академияһы академигы, химия фәндәре докторы Илдус Абдрахмановҡа – 75 йәш (1942).
– Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлзәмиә Ситдиҡоваға – 60 йәш (1957).
– Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәжибә Искәндәроваға – 60 йәш (1957).
– Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Урал Солтанбаевҡа – 60 йәш (1957).
– композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айһылыу Сәлмәноваға – 60 йәш (1957).
– Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, «Далан» төркөмө етәксеһе Артур Туҡтағоловҡа – 50 йәш (1967).
7 – шағир Бәхтейәр Хәлитовҡа – 75 йәш (1942).
8 – мәшһүр композитор, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Исмәғилевтың тыуыуына – 100 йыл (1917 – 2003).
9 – «Молодежная газета» гәзитенең баш мөхәррире Ярослава Голобородькоға – 50 йәш (1967).
10 – яҙыусы, ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Байымовтың тыуыуына – 80 йыл (1937 – 2010).
– әҙәбиәт белгесе, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаевҡа – 50 йәш (1967).
– билдәле тәржемәсе, яҙыусы Илгиз Кәримовҡа – 75 йәш ( 1942).
11 – күренекле башҡорт шағиры һәм танылған ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәшит Шәкүргә – 80 йәш (1937).
14 – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, тележурналист, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Гөлдәриә ЙОСОПОВАҒА – 50 йәш (1967).
15 – күренекле шағир, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарға – 75 йәш (1942).
25 – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетовҡа – 60 йәш (1957).
29 – шағир һәм драматург Салауат Әбүзәровҡа – 50 йәш (1967).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға