«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киләһе йылда ла бергә ҡалайыҡ!



09.01.2017 Киләһе йылда ла бергә ҡалайыҡ!

Киләһе йылда ла бергә ҡалайыҡ!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсы тамам. Бәйгегә беҙ 822 хат алдыҡ. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары ысынлап та күп икәненә тағы бер мәртәбә инандыҡ. Киләһе йылда ла беҙҙең менән ҡалыуығыҙға рәхмәт, дуҫтар! Барығыҙға ла бүләк отоу мөмкинлеге теймәһә лә, иң мөһиме – аҙна һайын бүләк булып һеҙгә « Йәшлек» киләсәк.

Был аҙнаның бүләктәре менән түбәндәге квитанция ебәреүселәр бүләкләнә.
Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан Әнисә Мырҙабаева (сәйнүк), Бөрйән районының Байғаҙы ауылынан Ғәлиә Ғәлиуллина (графин һәм стакандар йыйылмаһы), Әбйәлил районының Яйҡар ауылынан Нәғимә Мөхәммәтова (салат һауыты), Йылайыр районының Йылайыр ауылынан Тәскирә Солтанова (шәкәр һауыты), Асҡын райо­нының Ҡарткиҫәк ауылынан Рәйлә Ахунова (салат һауыты).
Бүләктәрҙе килеп алғанда паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләре кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға