«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәмәндә - "Зәңгәр ут"



30.12.2016 Һәмәндә - "Зәңгәр ут"

Һәмәндә - "Зәңгәр ут"Баймаҡ районы Һәмән ауылы халҡы менән берлектә йыл да иң беренселәрҙән булып Яңы йыл кисәләре үткәрәбеҙ. Кисә Һәмән ауыл китапханаһында хаҡлы ялдағылар өсөн "Зәңгәр ут" үткәрҙек.
Дәртле халыҡ, дәртле инде! Йыр - бейеү, уйын - көлкөгә ҡоролған кисәлә һәр кем үҙ һөнәрен күрһәтергә ашыҡты. Ҡыш бабай (Шафиҡ Әминев), Ҡарһылыу (Ләйсән Булатова) бүләктәрен тараты, Әтәс йылы менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Ауыл старостаһы Зәйнулла Әминев, депутаттар Йәҙгәр Күсәрбаев, Гөлнара Үзәнбаева үтеп барған йылға йомғаҡ яһаны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға