«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙ һындары мәктәпте биҙәй



28.12.2016 Боҙ һындары мәктәпте биҙәй

Боҙ һындары мәктәпте биҙәйБаймаҡ районы Өмөтбай мәктәбе быйыл тәүге тапҡыр боҙ һындары эшләп мәктәп ихатаһын тултырған. Башланғыс кластарҙан алып өлкән класс уҡыусыларына тиклем береһе лә ситтә ҡалмаған.
- Ата–әсәләр, уҡытыусылар менән берлектә эшләгән эш булғанға ла ихата төрлө йәнлектәр менән тулды, - тип үҙенең ҡыуанысын уртаҡлаша мәктәп филиал етәксеһе Вәлимә Зәйнуллина. Уҡыусыларға ата–әсәләр, бигерәк тә, Хәтижә Хөснитдинова тормош иптәше менән, Вәсилә Рәхимова, Заһир Шәңгәрәев, Таңһылыу һәм Айбулат Ғайсиндар, Гөлсирә Ғүмәрова, Динә Ғүмәрова, Айгөл Ишмырҙина һәм башҡалар ныҡ ярҙам иткән. Уҡытыусы Азамат Кәримов уҡыусылары менән мәктәп ихатаһына хоккей майҙаны ла ҡора. Был эштәрҙең барыһы ла балаларҙың ҡышҡы каникулын файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн эшләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға