«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айбулат Ғайсин: "Мин эшләгән боҙ һындарын кеше күреп ҡыуаныуы минең өсөн оло шатлыҡ"



28.12.2016 Айбулат Ғайсин: "Мин эшләгән боҙ һындарын кеше күреп ҡыуаныуы минең өсөн оло шатлыҡ"

Айбулат Ғайсин: "Мин эшләгән боҙ һындарын кеше күреп ҡыуаныуы минең өсөн оло шатлыҡ"
Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәүсе Таңһылыу һәм Айбулат Ғайсиндар йыл да Яңы йыл байрамы алдынан ауылдаштарын матур боҙ һындары эшләп ҡыуандыра.
Былтыр, Маймыл йылын ҡаршы алғанда уларҙың өйө янында бушлыҡ булыуын күреп эс бошҡайны. Быйыл Айбулат ағай үҙенең йылы, Әтәсте ҡаршылап матур боҙ һындарын ҡуйған.
"Былтыр эшләмәгәс, йыл буйы үҙемдең дә эс бошоп йөрөнө әле ул, - ти Айбулат ағай. - Шуға күрә быйыл иртәрәк тотондом. Әл дә мине аңлап, һәр эшемдә ярҙам итеүсе ҡатыным, балаларым бар, - ти ул шатланып.
- Иң беренсе йыл да ҡуйған атты эшләргә лә булып киткәйнем, кире уйланым. Бер үк нәмә кешене лә ялҡытып китә. Шуға күрә йыл символы Әтәсте эшләүҙән башланым. Әтәс янында тауығы ла, себештәре лә була, шуға күрә яйлап уларына ла тотондом. Күршем Мәүлит Рахманғолов "Белорус"ы менән ярҙам итте. Беҙ эшләгән һындарҙы ул урам тышына һөйрәтеп алып сыҡты, сөнки мин һындарҙы урам тышында эшләмәйем, иң алда ихатала яһайым, аҙаҡ ҡына тышҡа сығарам.
Былайтып һындарҙы 2007 йылдан башлап эшләйем. Балалар өсөн тип башлаған эшемде ауылдаштарым, күрше – тирәләр, туғандар күреп ҡыуаныуы минең өсөн оло шатлыҡ. Дәртләнеп йыл да эшләргә булып киттем. Балалар бәләкәс саҡта күршеләр ярҙам итте, быйыл үҙебеҙ ғаиләбеҙ менән эшләнек, - тине Айбулат Ғайсин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға