«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн баш ҡаланың "Башҡортостан" концерт залында "БР Башлығы шыршыһы - 2016" байрамы үтте



22.12.2016 Бөгөн баш ҡаланың "Башҡортостан" концерт залында "БР Башлығы шыршыһы - 2016" байрамы үтте

Бөгөн баш ҡаланың "Башҡортостан" концерт залында "БР Башлығы шыршыһы - 2016" байрамы үттеУнда район-ҡалаларҙан 780 бала йыйылды.
Байрамға килгән малай-ҡыҙҙар уҡыу, йәмәғәт тормошо, спорт алдынғылары, олимпиада еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек лауреаттары, эш бурысын үтәгәндә һәләк булыусы хәрбиҙәрҙең һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрҙең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләренән йыйылды. Улар кисә үк "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийына урынлашҡайны. Бөгөн иһә балалар алдында Ҡыш бабай,Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт персонаждары менән байрам тамашаһы, Рәсәй киноһы йылына арналған "Тылсымлы кинокамера сере" исемле театраль тамаша күрһәтелде.
Балалар алдында БР Башлығы исеме менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сығыш яһаны. Аҙаҡтан йәш ҡунаҡтар байрамса төшкө ашҡа йүнәлде.

Иғтибарығыҙға тамашанан күренештәр. Уны фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов төшөрҙө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға