«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Перәникле, Скрипкалы урамдар, Икмәк-тоҙло, Ете төҫлө тыҡрыҡтар барлыҡҡа килде



21.12.2016 Өфөлә Перәникле, Скрипкалы урамдар, Икмәк-тоҙло, Ете төҫлө тыҡрыҡтар барлыҡҡа килде

Өфөлә Перәникле, Скрипкалы урамдар, Икмәк-тоҙло, Ете төҫлө тыҡрыҡтар барлыҡҡа килде
Өфө ҡала Советы депутаттары Калинин, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе райондарындағы 30 яңы урамға исем бирҙе. Исемдәрен әлегә русса көйөнсә бирәбеҙ:

- Калинин районы эсендәге Самохваловка ҡасабаһында Баскетбольная, Дизайнерская, Доброй надежды, Добронравная, Литературная, Млечного пути, Приветливая, Скрипичная урамдары, Заветный бульвары, Баскетбольный, Лыжный, Милый, Пряничный, Скрипичный һәм Хлебосольный тыҡрыҡтары билдәләнде,
- Йылҡыбай ҡасабаһында Чистоозёрская урамы, Семицветный тыҡрығы, Карповола Знатный тыҡрығы барлыҡҡа килде.
- баш ҡаланың төнъяҡ сәнәғәт зонаһына көнбайыштан Новоалександровкаға тиклем һуҙылған магистраль юл Новоалександровское шоссе тип аталасаҡ.
- Карповонан, Октябрь һәм Калинин райондарынан көньяҡҡа һуҙылған урамдар Артековская, Лирическая, Керченская, Коттеджная, Навигационная, Товарищеская, Межевая, Ландшафтная исемен йөрөтәсәк.
- Нагаево ауылынан көньяҡтағы урамдың исеме Круглоозёрская. Ә ауыл эсендә Меридианная урамы бар.
- Ленин районындағы Ветошниково ҡасабаһында Терновая урамы билдәләнде







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға