«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 21.12.2012. Дүрт йыл элек донъя юҡҡа сыҡты



21.12.2016 21.12.2012. Дүрт йыл элек донъя юҡҡа сыҡты

21.12.2012. Дүрт йыл элек донъя юҡҡа сыҡты
Иптәштәр! Дүрт йыл элек тап ошо көндә - 21 декабрҙа донъя юҡҡа сығыуын хәтерләйегеҙме?
Кешеләр бер-береһен ҡурҡытып ҡалай ҡаңғырҙы. Телевизорҙа өҙлөкһөҙ Майя календары, Ванганың күрәҙәләүе тураһында ялтыр-йолтор тапшырыуҙар, "Конец света" тип Андрей Малаховтың ҡысҡырыулы программаһы, "сарафан" радиоһы шауҡымы аҫтында донъя бөтәсәк тигәнгә күптәр ышанды. Серегән байҙарҙың махсус бункерҙар һатып алыуы, йылғырыраҡ муттарҙың кредиттар алып типтереп йәшәп ҡалыуы (йәнәһе лә донъя юҡҡа сыҡҡас кредит түләргә кәрәкмәй) ла булды. Магазиндарҙа он, тоҙ, шырпы, шәм юҡҡа сыҡты, баштары эшләгән һатыусылар шул тауарҙарға хаҡты күтәреп аҡса эшләп тә өлгөрҙө.

Бына күптәрҙе ҡурҡытҡан 21 декабрь килеп етте. Хәтеремдә - көн ап-аяҙ, бер ниндәй ҙә туфан ҡалҡыу, ер тетрәү тауышы сыҡмай. Эт-бесәйҙәр ҙә тыныс, ғәҙәттә улар ер тетрәү-маҙар булғанда ситкә китеп олаға бит. Көндәлек эштәр менән мәшғүл булып кис еткәнен дә һиҙмәнем.
Төн.
22 декабрь иртәһе. Бер ниндәй ҙә касафат булманы. Еребеҙ үҙ күсәрендә быға тиклем нисек әйләнгән шулай әйләнеүен дауам итә, беҙ теребеҙ :-)
4 йыл да үтеп киткән икән шул ваҡиғаға.

Бер әңгәмәнән: Иглин районындағы бер урыҫ ауылында уҡытыусы булып эшләйем. Бына декабрь буйы уҡытыусылар - юғары һөнәри белем алған педагогтар шиккә төшә башланы. "Конец света" ла "конец света" тип ҡаңғыралар. Мин быға әһәмиәт бирмәнем, күберәк телевизор ҡарағыҙ тип кенә уйланым. 21-енә ҡарай уҡытыусылар мейесле өй кәрәк, мейес яғып йылынасаҡбыҙ тип әйтә башланы. Был ҡурҡыу балаларға ла күсте, ата-әсәләре мәктәпкә ебәрмәй, ситкә алып китә башланы.
Бер көндө ауылда янғын һүндереүселәр, МЧС-тыҡылар килеп майҙансыҡ таҙаланылар, юлдар эшләйҙәр тигән хәбәр ҙә йәшен тиҙлегендәй таралды. Буш хәбәр булып сыҡты, планға ярашлы гидранттарҙы, янғын һүндереү өсөн һыу сығанаҡтарын тикшергәндәр икән.
Бына 21 декабрь. Иртәнсәк дәрескә күп кенә кластар ярым буш ултырҙы. Әсәләре балаларын ебәрмәгән.
Көндөҙ апайым шылтырата - бесәйең нимә эшләй тип һорай. Ашаны ла ана хырылдап йоҡлап ята тием. Теге тынысланды.
Эт-бесәйҙәр ер тетрәү, цунами-маҙарҙы тоя, инфратауышты һиҙә һәм алыҫҡа ҡаса бит. Ә бесәй тик кенә, тыныс йөрөнө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға