«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн төндә -41 градусҡаса һыуыҡ төшөүе ихтимал



20.12.2016 Бөгөн төндә -41 градусҡаса һыуыҡ төшөүе ихтимал

Бөгөн төндә -41 градусҡаса һыуыҡ төшөүе ихтимал
Башҡортостанға Рәсәйҙең төнъяҡ райондарынан арктик циклон яҡынлаша. Шул сәбәпле бөгөн төндә республикала урыны менән 36 градусҡа тиклем һыуытыуы күҙаллана. Айырым райондарҙа минус 41 тиклем етеүе ихтимал.
Халыҡҡа мөмкин тиклем һағыраҡ булып, алыҫ юлдарға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Белгестәр әйтеүенсә, Һалҡын һауа ағымдары ҡар-буран алып киләсәк.
Аҙна аҙағына саҡ ҡына йылытасаҡ, көндөҙ уртаса - 17-гә етәсәк.

Иғтибар!
Әгәр ҙә иртәнге сәғәттәрҙә - 25 градус һыуыҡ булһа, башланғыс класс уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
- 28-30 градуслыҡ һыуыҡтарҙа урта кластарҙа белем алыусылар өйҙә ҡала ала.
Ә -31 градус һәм унан да түбәнерәк булһа, мәктәптәр тулыһынса ябылырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға