«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аслыҡ дауам итәме?



20.12.2016 Аслыҡ дауам итәме?

Аслыҡ дауам итәме?Шишмә районынан 11 кешенең Кремлгә барып аслыҡ иғлан итергә ниәтләүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: шишмәләр район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтовтың отставкаға китеүен теләй. Был талапҡа етди сәбәптәр ҙә бар: ун йыл эсендә мәктәптәр, балалар баҡсалары ябылған, юлдар ремонтланмай, ауыл хужалығы предприятиелары банкротлыҡҡа килтереп еткерелгән, ер пайҙары менән проблемалар күп.
Акцияла ҡатнашыусылар Мәскәүгә барып етеүен еткән, интернет селтәрендә уларҙың метрола төшкән фотоһы бар, ә бына Ҡыҙыл майҙанға сыҡтылармы икән, әлегә билдәһеҙ. Әгәр аслыҡ башланһа, ошо минуттарҙа уны бөтә илгә яр һалып таратыр ине бит баш ҡала журналистары.
Белеүегеҙсә, был ваҡытта Кремль алдында яңы йыл байрамын ҡаршыларға әҙерлек бара, халыҡ та күп йөрөй, әлбиттә, һаҡ та ныҡ. Ҙур майҙандың ҡайһы мөйөшөнә урынлашырға рөхсәт бирҙеләр икән?
Нимәһе уйға һала: майҙандарға сығыу һуңғы сик кеүек тә бит, ниңә райондағы ризаһыҙлыҡтар, халыҡтың аһ-зары урында хәл ителә алмаған? Мәскәү тиклем Мәскәүгә, етмәһә, Кремль ҡаршыһына барып етеп, асығырға тотоноуы, ай-һай, бик етди эш тә баһа! Ысын ойошҡан акциямы был, әллә?..
Ваҡиғалар ағышын күҙәтеп барырға тырышырбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға