«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фанфуриктар 55 кешене үлтергән



20.12.2016 Фанфуриктар 55 кешене үлтергән

Фанфуриктар 55 кешене үлтергән
Халыҡ телендә фанфуриктар, фуфыриктар тип йөрөтөлгән 0.25 мл күләмле көрән шешәләрҙәге составында спирт булған төнәтмәләр һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ғәйәт популяр эсемлеккә әйләнде. Гараж арттары, парктар, юл буйҙары шул шешәләргә тулған, һәр аҙыҡ-түлек магазины тиерлек һатыу итә, хатта махсус сауҙа автоматтары ла урынлаштырылған.
Кисә Иркутск ҡалаһында спиртлы "Боярышник" лосьонын эсеп илле кеше үлгән. Төндә тағы ла бишәүһе ҡара исемлекте өҫтәгән. Уларҙың араһында 28 йәштән алып 62 йәшкә тиклем түбән социаль статуслы кешеләр күп.

Шулай итеп 55 кешенең үлеменә ҡала ситендәге гаражда эшләгән йәшерен лосьон ҡойоу цехы сәбәпле булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға