«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫтар! Бөрйән балтаһы кәрәкме? "Йәшлек" гәзите һәм төркөмөбөҙ сираттағы ярышын иғлан итә!



14.12.2016 Дуҫтар! Бөрйән балтаһы кәрәкме? "Йәшлек" гәзите һәм төркөмөбөҙ сираттағы ярышын иғлан итә!

Дуҫтар! Бөрйән балтаһы кәрәкме? "Йәшлек" гәзите һәм төркөмөбөҙ сираттағы ярышын иғлан итә!Беҙҙең ошо яҙманы дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ - репост яһағыҙ һәм ярыш бөткәнсы стенағыҙҙан юймай тороғоҙ.

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенең"Мастерская "Бурзянский топор" школы д. Абдулмамбет" төркөмө беҙгә бик матур сувенир - ағас балта вәғәҙәләне.

Әбделмәмбәт мәктәбе оҫтаханаһы "Бөрйән балтаһы" сувенирҙары, брелоктары, ручка өсөн һауыттар эшләй. Бөтә авторлыҡ хоҡуҡтары - ошо оҫтахананыҡы. Һорамай күсереү, һатыу, таратыу закон буйынса эҙәрлекләнә. Сувенирҙарҙы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы "Ҡыпсаҡ" сауҙа үҙәгендә, икенсе ҡаттағы "Крепежный центр" магазинында һатып алырға/заказ яһарға мөмкин.

Ярышта ҡатнашыр өсөн:
"Бәйләнештә" селтәрендәге "Йәшлек" гәзите - газета "Йәшлек" һәм
"Мастерская "Бурзянский топор" школы д. Абдулмамбет" төркөмдәренә яҙылырға;
Ошо яҙма аҫтында "Мне нравится" тигән тамғаға баҫырға (лайҡылдарға) һәм дуҫтарға һөйләргә - репост яһарға кәрәк. Яҙма сәхифәгеҙҙә ярыш аҙағынаса торһон .
Конкурс һөҙөмтәләре теүәл бер айҙан - 14 ғинуарҙа иғлан ителәсәк!
Еңеүсене ғәҙәттәгесә Random.app ҡушымтаһы аша билдәләйәсәкбеҙ.

Бүләгебеҙ - сувенир балта!!!!!!
Һәм дә "Йәшлек"тән күстәнәс - уныһы әлегә сер булып торһон.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға