«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Банан аша СПИД йоғамы-юҡмы? Йоҡмай!



13.12.2016 Банан аша СПИД йоғамы-юҡмы? Йоҡмай!

Банан аша СПИД йоғамы-юҡмы? Йоҡмай!
Ошо көндәрҙә "Бәйләнештә" селтәрендә "Эсе ҡарайған (ҡыҙыллы-һоро төрткөләре булған) банандар СПИД менән зарарланған, уларға шприц менән ВИЧ-лы ҡан ебәргәндәр. Алла хаҡына таратығыҙ, кешене бәләнән аралайыҡ!" тигән хәбәрҙәр күбәйҙе.

Тәүҙә был хәбәрҙе Анна Акве тигән ҡатын "Фейсбук" социаль селтәренә ноябрь айы башында һалған. Быны күреп хафаға ҡалған кешеләр быны төрлөсә итеп - СМС, "Ватс ап", "Бәйләнештә" селтәре аша бер береһенә ебәрҙе.
Әле Анна Акве тигән кешенең сәхифәһе юҡҡа сыҡҡан. Ә бына йәнәһе лә СПИД менән зарарланған банан фотолары интернетта кешеләрҙе аптыратып йөрөй. Әлегә мәлдә был хәбәрҙе Өфөлә, республикала йәшәүселәр бер-береһенә тарата.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында ла был хәбәрҙе бөтөнләй инҡар итәләр. "Беҙгә ҡанлы банандар тураһында мөрәжәғәт итеүселәр булманы", - тип белдерәләр ведомствола.

Врачтар ВИЧ вирусының банан аша йоғоуы мөмкин түгел ти. "ВИЧ ҡандан тыш мөхиттә тиҙ арала юҡҡа сыға. Ғөмүмән әйткәндә был вирустың өс төрлө таралыу юлы бар: енси, шприц (система аша) һәм әсәнән балаға (баланан әсәгә). Банан эсенә шприц менән индереп йәки тышына ҡан һөртөп, кешене был ҡурҡыныс ауырыу менән сирләтеү мөмкин түгел. Уйҙырмаларға ышанмағыҙ, иптәштәр!

Ә банан тәмләнеп бешкән мәлендә шулайтып эстән ҡарая, төрткөләр барлыҡҡа килә башлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға