«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт ҡыҙҙары алдынғылыҡты бирмәне!



12.12.2016 Башҡорт ҡыҙҙары алдынғылыҡты бирмәне!

Башҡорт ҡыҙҙары алдынғылыҡты бирмәне!Кисә Мәскәүҙә "МИСС АЗИЯ РОССИЯ" халыҡ-ара милли-мәҙәни матурлыҡ һәм грация конкурсы үтте. Унда яҡташыбыҙ, Ейәнсура районы ҡыҙы, И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты студенты Ильнара Ниязғолова вице-мисс исемен алды.

Икенсе ҡатнашыусы - Эльвира Вәлиева «Zaman» этно-пректы оҙатыуында «Тыуған ер» йырын башҡарып "Мисс талант" номинацияһында еңде.
Ҡыҙҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фотоларҙы конкурс төркөмөнән һәм Фатима Янбаеванан урланыҡ ;-)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға