«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Руки вверх" төркөмө етәксеһе Сергей Жуков та юлдағы хәүефһеҙлек өсөн



10.12.2016 "Руки вверх" төркөмө етәксеһе Сергей Жуков та юлдағы хәүефһеҙлек өсөн

"Руки вверх" төркөмө етәксеһе Сергей Жуков та юлдағы хәүефһеҙлек өсөнКисә Өфөлә тамашасыларын бына егерме йыл дауамында йырҙары менән һөйөндөргән данлыҡлы "Руки вверх" поп-төркөмөнөң концерты уҙҙы. Тамаша алдынан Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов Сергей Жуков менән осрашты һәм "Билдәле кешеләр юл хәүефһеҙлеге яҡлы" акцияһында ҡанташырға саҡырҙы. Йырсы "Беҙҙе барыбыҙҙы ла өйҙә көтәләр" плакаты менән фотоға төштө.

Был акцияла быға тиклем йырсылар Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәния Фәрхи, Рөстәм һәм Ләйлә Ғәлиевтар, артист Әнүәр Нурғәлиев ҡатнашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға