«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хаттар ҡабул ителде, хәҙер интернет аша һайлаясаҡбыҙ



07.12.2016 Хаттар ҡабул ителде, хәҙер интернет аша һайлаясаҡбыҙ

Хаттар ҡабул ителде, хәҙер интернет аша һайлаясаҡбыҙ“Башҡортостандың 100 исеме” проектына тәҡдимдәр ҡабул ителде. Ошо арала виртуаль киңлектә республиканың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә ҙур көс һалған шәхестәрҙе һайларға мөмкин буласаҡ.
Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған күләмле “Башҡортостандың 100 исеме” проектының беренсе этабы тамамланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – тамашасылар республиканың барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенә үҙҙәренең ғүмерҙәрен һәм ижадтарын арнаған шәхестәрҙе асыҡлау өсөн тәҡдимдәр ебәрҙе. Башҡортостандың ауыл-ҡалаларынан, Мәскәүҙән, Нижневартовскиҙан, Магнитогорск ҡалаһынан йәмғеһе 10 меңдән ашыу хат-хәбәр ҡабул ителде.
Ошо көндәрҙә конкурстың махсус комиссияһы ултырышы үтте һәм унда һайлау шарттарына бер аҙ үҙгәрештәр ҡабул ителде. Шәхестәрҙең эшмәкәрлеге 1917 йылдан алып, бер быуат ваҡыт арауығында ҡараласаҡ. Әлеге мәлдә тере булғандарҙың исемдәре исемлектән алынды. Комиссия быға тиклем 150 кандидатты ҡараһа, хәҙер улар килгән хаттарҙан 200 шәхесте һайланы.
Тиҙҙән телетамашасылар интернет аша үҙҙәренең тауышын бирә аласаҡ. Шәхестәрҙе асыҡлауҙы йомғаҡлау 2017 йылда тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға