«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шаҡша юлы хәүефһеҙ буласаҡ



06.12.2016 Шаҡша юлы хәүефһеҙ буласаҡ

Шаҡша юлы хәүефһеҙ буласаҡӨфөнөң Шаҡша биҫтәһенән сығырға теләүсе автомобилселәр Шоссе урамы буйлап барып, тимер юлы аҫтындағы үткәргестән үтә. Был урында текә боролош һәм ҡаршы яҡ күренмәй. Һөҙөмтәлә авариялар ҙа йыш ҡына булып торҙо.
Ошо көндәрҙә бында юл хәүефһеҙлеге көҙгөһө урынлаштырылды. Был ҡулайлама боролош ышыҡлаған ҡаршы яҡ һыҙатты күрһәтә.
Көҙгө өсөн аҡсаны Шаҡшала йәшәүсе Альберт Шәйәхмәтов йыйған. Ул "Бәйләнештә" селтәрендә махсус акция иғлан иткән. Һөҙөмтәлә уның таныштары, дуҫ-иштәре, Шаҡлаша йәшәүселәр кемеһе 50, кемеһе 100 һумдан иғәнә индергән. Шулай итеп кәрәкле сумма - 7,5 мең һум аҡса йыйылған да инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға