«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Күңел ынтылышы" - нумизматика һәм бонистика күргәҙмәһе



01.12.2016 "Күңел ынтылышы" - нумизматика һәм бонистика күргәҙмәһе

"Күңел ынтылышы" - нумизматика һәм бонистика күргәҙмәһе

Кисә Сибай ҡалаһының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Ул "Күңел ынтылышы" тип аталды һәм унда нумизматика һәм бонистика әйберҙәре урын алған.
Күргәҙмәлә Сибай һәм Өфө ҡалаларында йәшәүсе һәүәҫкәр кешеләрҙең - БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың, ТИК рәйесе Сафа Ишмөхәмәтовтың, "Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе Айбулат Ишназаровтың оҙаҡ йылдар дауамында туплаған тимер һәм ҡағыҙ аҡсаларын, музей фонды коллецияһын ҡарарға мөмкин. XVIII-XIX быуаттарҙағы Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе, СССР һәм өр-яңы тарих малендәге тәңкәләр, купюралар илебеҙ үткәндәрен данлай. Сочи һәм Мәскәү Олимпиадалары, 1812 йылғы Ватан, Бөйөк Ватан һуғыштарына, хәрби дан ҡалаларына, Америка президенттарына, штаттарына, ҡурсаулыҡ-парктарына, Ҡаҙағстан тарихына арналған альбом-планшеттар ныҡ сағыу һәм ҡыҙыҡлы.

Күргәҙмә 17 декабргәсә эшләйәсәк. Берәмләп килеүселәргә үтеү бушлай, төркөмлө экскурсия 30 һумдан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға