«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чернобыль АЭС-ын арка ышығы аҫтында һүтәсәктәр



30.11.2016 Чернобыль АЭС-ын арка ышығы аҫтында һүтәсәктәр

e02.ru/uploads/posts/2016-11/1480526373_hdm6xykkkcg.jpg[/thumb]Ошо көндәрҙә Чернобыль атом электр станцияһының бынан 30 йыл элек шартлаған 4-се энергоблогын өҫтән ҡапланылар.
Арка йәки НБК(Новый Безопасный Конфайнмент) тигән ҡоролма ситтәрәк төҙөлдө һәм махсус рельстарҙа энергоблок һәм машзал биналары өҫтөнә шылдырылды. Ул бер йылдан сафҡа инәсәк һәм ышығы аҫтында шартлаған реактор, АЭС-тың башҡа корпустары һүтеп алынасаҡ. Арка радиация саңын ситкә сығармай ышыҡлап торасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға