«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йыуан ҡурсаҡтар ҙа бар икән...



28.11.2016 Йыуан ҡурсаҡтар ҙа бар икән...

Йыуан ҡурсаҡтар ҙа бар икән...1959 йылда уйлап сығарылған «Барби» ҡурсағын бар донъяның ҡыҙ балалары яратып уйната. Үҙенә күрә матурлыҡ өлгөһө булған был ҡурсаҡтар гел оҙон буйлы модель үлсәмдәрендә эшләнде. Ошо сәбәпле, донъяла бик күп ҡыҙҙың, мин Барби кеүек булам, тип үҙҙәрен яратмауы, диета тотоп, операциялар яһатыуға тиклем барып етеүе билдәле.
Американың ошо ҡурсаҡтарҙы етештергән Mattel фирмаһы хәҙер уларҙы төрлөсә сығара. “Матурлыҡ төрлөсә булырға мөмкин!” тигән девиз аҫтында һатып алыусылар оҙон (Tall) йәки ҡыҫҡа буйлы (Petite), тулы кәүҙәле (Curve) уйынсыҡты һайлай ала. Ҡыҫҡа буйлыһы оҙононан бер башҡа тәпәш, тулы кәүҙәлеһе иһә киң янбашлы, ҡорһағы сығып торған, йыуан аяҡлы. Бер юлы Барбиҙың тире, күҙе һәм сәсенең төҫөн һайларға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға