«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йомортҡанан кәмәләр



27.11.2016 Йомортҡанан кәмәләр

Йомортҡанан кәмәләрОҙаҡламай Яңы йыл байрамы етә. Байрам табынына йәтеш кенә әҙерләнгән, әммә биҙәк булып ултырасаҡ бер ҡабымлыҡ әҙерләргә өйрәтмәксемен.
Йомортҡаны һыуҙа әҙер булғансы бешергәс уны таҙартып ике өлөшкә бүләбеҙ. Ипләп кенә һарыһын айырып алып, уға тоҙ, борос, майонез, ҡырғыс аша үткәрелгән сыр (йомшағы ла, ҡатыһы ла ярай) менән бутарға. Был массаны матур ғына итеп ҡабат йоморҡа ағына тултырырға. Кәмәләрҙең өҫтөнә ярты ҡалаҡ ҡыҙыл ыуылдырыҡ һалабыҙ, ҡаты сырҙы йоҡа ғына итеп киҫеп, тештаҙартҡыс ярҙамында елкәндәр эшләйбеҙ ҙә, кәмәләргә сәнсеп сығабыҙ.
Ҡабымлыҡ әҙер! Тәмле лә, матур ҙа!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға