«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙеңә килешкәнен һайла



22.11.2016 Үҙеңә килешкәнен һайла

Үҙеңә килешкәнен һайла
Сылбырҙар һайлағанда, иҫәпкә алынырға тейешле бер нисә ҡағиҙә бар.
Олоғая барған һайын уларҙың да оҙонораҡ һәм ҡалынырағын һайлағыҙ. Муйын аҫтына уҡ тағыла торған нәҙек, нәфис әйберҙәр йәш ҡыҙҙарға ғына килешә.
Муйындың ни рәүешле булыуына ла иғтибар итергә кәрәк. Нәҙек, оҙон муйынлы ҡыҙҙарға нәфис һәм түңәрәк ташлы мәрйендәр килешә. Уларға V рәүешендәгеләрҙе тағырға кәрәкмәй – улар муйынды тағы ла оҙонайтып күрһәтә. Ҡыҫҡа муйынлы ҡатын-ҡыҙға оҙонораҡ муйынсаларҙы тағыу яҡшы.
Тығыҙ, тулы муйынлы ханымдарға кәмендә 25 см оҙонлоҡтағы ҡалын сылбырҙар һәм мәрйендәр килешәсәк. Ҡыҫҡа һәм бигерәк тә түңәрәк мәр­йендәрҙе һайламау яҡшы.
Артыҡ нәҙек муйынлы ҡыҙҙарға һалынып торған һәм ауыр, ҙур мәрйендәрҙе таҡмаҫҡа кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға