«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөләге Ан-24 лайнерын яңырттылар



21.11.2016 Өфөләге Ан-24 лайнерын яңырттылар

Өфөләге Ан-24 лайнерын яңырттылар Өфөләге СССР-ҙың 50 йыллығы урамында, "Июнь" сауҙа үҙәге алдында урынлаштырылған Ан-24Б самолетын күптәр күргәне барҙыр. Заманында ул Башҡорт авиалиниялары - БАЛ авиакомпанияһында хеҙмәт иткән (Өфө-Нефтекама, Өфө-Яңауыл маршруттарында осҡан).

Был лайнер Киевтағы "Авиант" заводында 1968 йылда төҙөлгән, борт номеры RA-46447, уны 90-сы йылдар башында авиаприборҙар яһалған 40-се завод янында урынлаштырғандар. Шул мәлде иҫләүселәр лайнерҙы төндә ҡанаттарын ысҡындырып, Октябрь проспекты буйлап алып килгәндәрен хәтерләйҙәр.

Самолет оҙаҡ ваҡыт БАЛ ливреяһында торған, аҙаҡ уны алһыу төҫкә буянылар. Яңыраҡ Ан-24-те аҡ төҫкә буяп, яңырттылар. Төндә самолетты махсус уттар яҡтырта. Кире БАЛ ливреяһына буяһалар бик шәп булыр ине.

Р.S. Нимәһе иғтибарға лайыҡ - RA-46447 һанлы тағы ла бер Ан-24РВ лайнеры булған. Тик уны 2014 йылда Украинала, Донецк аэропортында яндырҙылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға