«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Песнь о Сибае»



17.11.2016 «Песнь о Сибае»

«Песнь о Сибае»Сибай ҡалаһы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәрҙәре фондтарҙа һаҡланған кино һәм фотодокументтарҙы барланы.
Ҡаланың һәм предприятиеларҙың тарихы бәйән ителгән был йыйылмала өс өлөшлө «Песнь о Сибае» исемле документаль фильм айырым урын биләй. Уны 1988 йылда Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһының кинематография комплекслы бүлеге (С.Вайсман, В.Шаронин, М.Тужилина һәм б.) төшөргән. Фильм 35 миллиметрлы таҫмаға төшөрөлгән һәм уны ҡарау мөмкинлеге юҡ ине. Музей фондындағы ике проектор сафтан сыҡҡан, "Мир" кинотеатрына мөрәжәғәт итеү һөҙөмтә бирмәне. Ундағы күсерелмәле проектор күптән юҡ, бер урында нығытылғаны ла һүтелгән. Күршеләге район-ҡалалар бер нимә менән дә ярҙам итә алманы.

Күп ерҙәрҙә эҙләнеү беҙҙе Өфө ҡалаһының "Родина" кинотеатрына илтте. Тап унда, бәхеткә күрә, беҙгә кәрәкле 35 миллиметрлы форматлы кино ҡоролмалары төҙөк хәлдә һаҡланған. Кинотеатрҙың баш инженеры Фәрит Кучушев әйтеүенсә, аппарат тап беҙҙең кеүек йомош менән килеүселәргә - республика халҡының шәхси архивындағы, учреждениелары, предприятиелары мөрәжәғәте буйынса кино таҫмаларын, фильмдарҙы күсереү өсөн тәғәйенләнгән.
Фәрит Кучушев һәм кинотеатрҙың белгестәре Константин Серов, Евгений Каминский, Николай Тяпкин, Дмитрий Новоселетский беҙҙең мөрәжәғәтте - Сибай тураһындағы фильмды үҙгәртеп ҡороуҙа ҙур ярҙам итте. Учреждение коллективына һәм етәксеһе Татьяна Разинаға, таҫманы күрһәтергә әҙерләгәндәре өсөн Нияз Мирхәйҙәровҡа, Гөлсәриә Әбилеваға, Сибай ҡала телевидениеһына өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Фильмда бала саҡтан таныш урамдар, биналар, дала киңлектәре, сәнәғәт предприятиелары, төҙөлөш объекттары күрһәтелгән. Быйыл таҫмаға 28 йыл тулды, ә ул мәлдә Сибайға ни бары 33 йәш булған.
Таҫмала Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты эшмәкәрлеге, шул мәлгә ҡарата рудаһы асыҡ ысул менән табылған Европалағы иң ҙур Сибай руднигы, башҡа учреждениелар, уларҙа эшләүселәр, етәкселәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡала кешеләре төшкән.

21 ноябрҙа Сибай ҡалаһы музейының акт залында фильмды күрһәтеү буласаҡ. Сеанстар иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм 12-лә, инеү бушлай. 22 ноябрҙа киске сәғәт 7-лә Сибай ҡала телевидениеһы (Ren-TV каналы) ҡабаттан күрһәтәсәк.

А.З. Ярмуллина







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға