«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Томбили - интернеттағы иң билдәле бесәйҙәрҙең береһе



17.11.2016 Томбили - интернеттағы иң билдәле бесәйҙәрҙең береһе

Томбили - интернеттағы иң билдәле бесәйҙәрҙең береһе
Күптәр ошолай рәүешле тәпәйҙәрен һалындырып, таш баҫҡысҡа терәлеп ял иткән һимеҙ бесәйҙең һүрәтен интернетта күргәне бар. Баҡтиһәң был мыраубай Төркиәнең Стамбул ҡалаһында йәшәгән һәм уға Томбили (йыуан, һимеҙ) тигән ҡушамат биргән булғандар.
Август айында Томбили үлгән һәм 17 мең кеше петицияға ҡултамға ҡуйған. Төрөк властары ризалыҡ биргән һәм скульптор Севал Шахин бесәй һынын данлыҡлы фотоһүрәттәге кеүек эшләп Гюлеч тыҡрығында урынлаштырған.
Һәйкәл бер ай ғына торған – уны яңыраҡ урлағандар. Хәҙер бесәй һынын яңынан эшләп ҡуясаҡтар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Гюлеч тыҡрығы интернеттағы иң билдәле бесәй һәйкәлен ҡарарға килгән бик күп туристарҙы йәлеп иткән булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға