«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн төндә Өфөлә ике урында янғын ҡоторҙо



16.11.2016 Бөгөн төндә Өфөлә ике урында янғын ҡоторҙо

Бөгөн төндә Өфөлә ике урында янғын ҡоторҙоСәғит Агиш урамында ағас йортҡа тоҡанған ут күршеләге шлак блокты йортҡа күскән.
Менделеев урамында БР Урман хужалығы министрлығының ҡунаҡ йортон ҡыҙыл әтәс аяманы. Әйткәндәй һуңғыһы заманында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетытың беренсе секретары Миҙхәт Шакировтың дачаһы ине.

Яңыраҡ Шакировтың йөҙ йыллығы билдәләнгәйне...

Һүрәттәрҙә: тәүге ике фото 2014 йылда төшөрөлдө. Һуңғы мәлдә дача ташландыҡ хәлдә торҙо. Бөгөн инде биналар юҡҡа сыҡты. Тиҙҙән был урында күп ҡатлы, "нөктәле" йорт төҙөйәсәктәр (Өфөләге ғәҙәти хәл).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға