«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн төндә республикала урыны менән -35 градусҡаса һыуытҡан



15.11.2016 Бөгөн төндә республикала урыны менән -35 градусҡаса һыуытҡан

Бөгөн төндә республикала урыны менән -35 градусҡаса һыуытҡан
"15.11.2016. В наших южноуральских краях немного похолодало, в частности в Николаевке, недалеко от горы Иремель. #колинград #зимапришла #южныйурал #мороз"
Фотоны Белорет районында йәшәгән Игорь Толменев тигән кешенән алдыҡ.

Был аҙнала яуым-төшөм кәмей, һауа температураһы түбәнәйә башлай.
Төнгө сәғәттәрҙә 15-20 градусҡаса һалҡынайта, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа 20-30 градус һыуыҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ — 12-17, төньяҡ-көнсығышта 21 градусҡа тиклем һалҡын. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.
Һалҡын масса төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш ағым менән килә башлай, шул арҡала төбәктә көндәр һалҡынайта. Аҙна аҙағында йылы фронттың яҡынлашыуы һөҙөмтәһендә һауа температураһы бер аҙ күтәреләсәк, яуым-төшөм ихтималлығы артасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға