«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Имеш-мимештәргә ышанмағыҙ



14.11.2016 Имеш-мимештәргә ышанмағыҙ

Имеш-мимештәргә ышанмағыҙ йәки "Йәшлек" гәзите булған, бар һәм буласаҡ!

Ошо арала “Бәйләнештә” социаль селтәренең бер башҡорт төркөмөндә бөгөнгө башҡорт матбуғатының хәле тураһында мәҡәлә яҙыл­ғайны.
Унда беҙҙең “Йәшлек” гәзитенә бәйле имеш-мимеш тә бар. Йәнәһе лә, яңы йылдан гәзит икенсе төрлө эшләүгә күсәсәк, редакция ябылып, журналистар мәҡәләләрен өйҙән ебәрергә мәжбүр буласаҡ, эш хаҡтары ла кәмейәсәк. Ошо хәбәрҙе уҡығас, беҙҙең дуҫтарҙан шылтыратыуҙар, борсолоп, белешеүҙәр яуҙы ғына.
Хатта ҡайһы берәүҙәр: “Гәзитегеҙгә яҙылып өлгөргәйнем. Аҡсаны нисек кире ҡайтарам инде?” – тип тә борсолдо.
Төркөмгә ҡуйылған мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Беҙ, һеҙҙең яратҡан баҫмағыҙҙы сығарыусы журналистар, борсолмайбыҙ һәм артабан да халҡыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтенә эшләйбеҙ. Һеҙҙең менән бергә!
Әлбиттә, илдә барған иҡтисади көрсөк беҙҙең кеҫәбеҙгә, тотош редакцияның матди-техник яғына һуҡһа ла, бирешмәйбеҙ. Башҡортостан Хөкү­мәте милли баҫмаларҙы, шул иҫәптән “Йәшлек”те лә киләһе йылда тулыһынса финанслар, тигән өмөттәбеҙ.
Әле подписканың ҡыҙған мәле. Ярты йылға ла, тотош бер йылға ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә, бығаса бер йылда гәзитебеҙҙең 50 һаны сыҡһа, яңы йылдан алып ул һеҙгә 52 тапҡыр киләсәк.
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға