«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы балаларын Ғәлиәкбәр мәктәбенә УАЗ автомобиле йөрөтәсәк



09.11.2016 Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы балаларын Ғәлиәкбәр мәктәбенә УАЗ автомобиле йөрөтәсәк

Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы балаларын Ғәлиәкбәр мәктәбенә УАЗ автомобиле йөрөтәсәк
Урман аша балта тотоп мәктәпкә барыусы уҡыусылар тураһындағы видеояҙма ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бар Рәсәйҙе аптыратты. Күп кенә телеканалдар быны эфирға сығарҙы, социаль селтәрҙәр ҙә гөж килде.

Был проблема ниһайәт хәл ителде - Башҡортостан прокуратураһы ҡушыуы буйынса Бөрйән районы прокуратураһы тикшереү үткәрҙе һәм район хакимиәте балаларҙы йөрөтөү өсөн транспорт бүлде. Бер юлы Үрге Нөгөш- Ғәлиәкбәр юлын өс көн һайын таҙартыу ойошторолған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға