«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Арзанлы аяҡ кейеменә ҡыҙыҡмағыҙ



16.10.2016 Арзанлы аяҡ кейеменә ҡыҙыҡмағыҙ

Арзанлы аяҡ кейеменә ҡыҙыҡмағыҙКөҙҙө оҙатыуға һалҡын ҡыш та килеп етә. Кейемдең дә ҡалынырағын шкафтан сығарып, йылыраҡ кейенергә тырышабыҙ. Аяҡ өшөһә, сирләгәнеңде көт тә тор. Нисек итеп сифатлы ҡышҡы аяҡ кейеме һайларға?
Арзан Ҡытай итектәренә ҡыҙыҡмағыҙ, итек-ботинкаларҙы махсус магазиндарҙан ҡарап алығыҙ. Фирма кибеттәрендә тауарҙың иң тәүҙә уның ниндәй материалдан эшләнеүенә иғтибар итегеҙ. Иң яҡшыһы – тәбиғи күндән тегелгән, эслеге тәбиғи тиренән булған аяҡ кейеме. Улар оҙаҡҡа ла сыҙай, йылыны ла һаҡлай. Йомшаҡ күндән (замша) эшләнгән итек тыштан матур булһа ла, көн дә кейергә уңайлы түгел. Аҙ ғына еүеш ҡар яуһа ла, унда тоҙ, бысраҡ эҙҙәре ҡала. Баҙарҙа күн алмаштырғыстан (кожзаменитель) тегелгән ҡыш­ҡы аяҡ кейеменең ниндәйе генә юҡ. Тик улар ҡышҡы һалҡынға сыҙам түгел – сатнай, йыртылып бара. Өҫтәүенә, йылыны ла тотмай. Һатып алыусы уларҙың арзан булыуына ҡыҙыға ла инде.
Стандарт буйынса ҡышҡы аяҡ кейеменең табаны бер сан­тиметр­ҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Йоҡа табан ҡышҡы көндәр­ҙә йылылыҡты һаҡламай. Материалға килгәндә, уның һыу үткәрмәй торған полиуретан, резина, поливинилхлоридтан эшләнгәне яҡшы. Табан аҫты таймаһын тиһәгеҙ, ҡытыршы һүрәтле булғанын һайлағыҙ. Ҡыш өсөн киң үксәле аяҡ кейеме уңайлы. Кейгәндә үксә шыуа икән, уны алмауығыҙ хәйерле. Ҡыҫыҡ булһа, аяғығыҙ тиҙ өшөйәсәк. 1 – 2 үлсәмгә ҙурырағын һәм йылы ойоҡбаш кейеп ҡарап алығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға