«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туймазы районында йәшәгән ир ғәләмәт ҙур һаңғырау бәшмәктәр тапҡан



12.10.2016 Туймазы районында йәшәгән ир ғәләмәт ҙур һаңғырау бәшмәктәр тапҡан

Туймазы районында йәшәгән ир ғәләмәт ҙур һаңғырау бәшмәктәр тапҡан
Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында йәшәүсе Данил Шәрәфетдинов исемле ағай водитель булып эшләй. Ул ошо көндәрҙә белгестәр менән кабель линияларын тикшерергә урманға барған. Тегеләрҙең эшләп бөтөүен көткән водитель бер яҡ ситтә ерҙә биш ғәләмәт ҙур бәшмәк үҫеп ултырыуын күргән. Улар һаңғырау бәшмәк (русса дождевик) булған.

Данил ағай бындай эре бәшмәктәрҙе алып ҡайтҡан. Тәме буйынса шампиньондарға тартым ти.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға