«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Законлы хәрби билет?..



30.09.2016 Законлы хәрби билет?..

Законлы хәрби билет?..
«Законлы хәрби билет». Салауат ҡалаһы тротуарҙарындағы асфальтта ошондай яҙыуҙар барлыҡҡа килде. Аптырарлыҡ бит, әй.

Был нисек килеп сыға инде, хәрби комиссариаттар армияла хеҙмәт итмәгән егеттәргә хәрби билеттар бирәме? Юҡтыр, тип уйлайым. Әгәр юҡ икән, ниндәй ойошма бирә икән һуң һәм ни өсөн кешеләрҙе алдаштырып саҡырыусы яҙыуҙар һаман асфальтта ҡала килә?
Хәрби билеттың әһәмиәтен ниңә асфальт кимәленә төшөрөргә? Был Рәсәйҙең Хәрби Көстәренән көлөү түгелме? Бер һүҙ менән әйткәндә, был мәсьәлә менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнергә тейештер. Юғиһә «законлы хәрби билет» таратыусылар ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡандарҙың һәм шулай уҡ илен һаҡларға йыйын­ғандарҙың абруйын, бәҫен төшөрә.
Ҡырымда ейәнем хеҙмәт иткән хәрби частарҙың береһендә булғанда, уның командирынан Башҡортостандан килгән һалдаттарға ҡарата маҡтау һүҙҙәрен ишеттем. Ә бында тротуарҙағы яҙыуҙарҙы уҡый­һың да, ҡайһы бер кешеләрҙең оятһыҙлығына иҫең китә!

Рауил ӘХТӘМОВ.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға