«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наркотиктарға ҡаршы лига йыллыҡ йыйылыш үткәрә



13.12.2010 Наркотиктарға ҡаршы лига йыллыҡ йыйылыш үткәрә

2009 йылдың декабрендә «НЕПРИКОСНОВЕННЫЙ ЗАПАС БАШКОРТОСТАНА» исеме менән наркотиктарға ҡаршы йәштәр Лигаһы эшләй башлағайны. Лига ағзалары – студент, мәктәп берлектәре вәкилдәре заман афәтенә ҡаршы төрлө программалар, фәнни эҙләнеүҙәр, социаль реклама аша көрәш алып бара. Унда журналистика, фән, наркотиктарға ҡаршы акциялар, социаль реклама, Интернет селтәрендә наркотиктарға ҡаршы эш алып барыу секциялары эшләй.
16 декабрҙә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында Лига ултырышы үтә. 15.00 сәғәттә башлана, инеү ирекле. Әйткәндәй, Лига сафтарына инергә лә мөмкин. Уның өсөн бары тик анкета-ғариза яҙырға ғына кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға