«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫке Монасип юлдары төҙөкләндерелә



29.09.2016 Иҫке Монасип юлдары төҙөкләндерелә

Иҫке Монасип юлдары төҙөкләндереләБөрйән районының Иҫке Монасип ауылында күптән ремонт күрмәгән үҙәк урамда төҙөкләндереү эштәре бара. Уны "Цезарь" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы (директоры Ринат Сабитов) башҡара.
Әлеге ваҡытта юлдың тәүге ҡатламды йәйеү тамамланды. Унан һуң өҫтөнә ҡаты таш түшәлеп грейдер, каток менән тигеҙләп ҡуясаҡтар.
Юлсылар шулай уҡ айырым кешеләр һорауы буйынса кәрәк урынға таш түгеү менән ярҙам итә. Ауыл старостаһы, хәҙер ауыл советы депутаты булып киткән Мазһар Аллаберҙин инициативаһы менән ауыл эсендәге күперҙәр яңыртылып ремонтланып ята. Күпер эштәренә ҡыҫылыштары булмаһа ла, Баймаҡ егеттәре хаҡ һорамай ярҙам итергә әҙер тора .







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға