«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Оскар"? Юҡ, Арыҫлан Мөбәрәков!



26.09.2016 "Оскар"? Юҡ, Арыҫлан Мөбәрәков!

"Оскар"? Юҡ, Арыҫлан Мөбәрәков!Иртәгә, 27 сентябрҙа республикабыҙҙың иң театраль ҡалалары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Сибайҙа һәм Салауатта "Театр төнө" үтәсәк. Эңерҙән ҡара төнгәсә тамашасылар иғтибарына спектаклдәр, артист сығыштары, оҫталыҡ дәрестәре, перформанстар күрһәтеләсәк.

Сибай ҡалаһы халҡы өсөн был сара театр-концерт берекмәһендә һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында үтәсәк. Әйткәндәй һуңғыһында иң әүҙем тамашасыға театр премияһы биреләсәк. Голливудтың "оскар"ынан һис ҡалышмаған статуэткала башҡорт халҡының данлы улы, артист Арыҫлан Мөбәрәков һынландырылған. Уны театрҙың баш рәссамы Айнур Юнысбаев яһаған.

Киске сәғәт 7-се 15 минутҡа театрға килегеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға