«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йәшлек”кә яҙылғандарға "везет"!



23.09.2016 “Йәшлек”кә яҙылғандарға "везет"!

“Йәшлек”кә  яҙылғандарға "везет"!
Республика Башкортостан” нәшриәт комплексы матбуғатҡа яҙылыусылар араһында ойошторған конкурстың һөҙөмтәһе буйынса 21 бүләктең унауһы “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына эләкте

Матбуғатҡа яҙылыу осоронда бүләктәр уйнатылыуы тураһында яҙып сыҡҡас та, беҙҙең дуҫтар уйын шарттары буйынса тиҙ генә квитанция тултырып, редакцияға һәм “Республика Башкортостан” нәшриәтенә ебәрҙе. Һәм… шатлыҡтары оҙаҡ көттөрмәне! Суперприздар отошонда “Йәшлек”кә һәм район гәзитенә яҙылыу­сылар байтаҡ. Ҡотлайбыҙ һәм “бәхетле исемлек”те баҫабыҙ.
Беренсе урын бүләге – 81 см диагоналле LG телевизоры, Телекарта RU HD спутник телевидениеһы йыйылмаһы (60 см антенна) – Рафаэль Ишһарин, Стәрлебаш районы, Түбәнге Аллағыуат ауылы.
Икенсе урын – 81 см диагоналле LG телевизоры – Мәҙинә Вәлиәхмәтова, Әбйәлил районы, Ишкилде ауылы.
Өсөнсө урын – Телекарта RU HD спутник телевидениеһы йыйылмаһы (60 см антенна) – Таһир Йосопов, Ейәнсура районы, Үрге Муйнаҡ ауылы.
– Телекарта RU HD спутник телевидениеһы йыйылмаһы (60 см антенна) – А. Ғәлләмова, Ғафури районы, Красноусол ҡасабаһы.
Дүртенсе урын – RoverPad Air Q10 планшеты (8 гигабайт, 3G) – Айрат Шәмсетдинов, Ғафури районы, Тайыш ауылы.
– RoverPad Air Q10 планшеты (8 гигабайт, 3G) – Минира Йыһаншина, Ғафури районы, Оло Үтәш ауылы.
Бишенсе урын – RoverPad Sky Glori S7 планшеты (8 гигабайт, 3G) – М. Әминева, Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы.
– RoverPad Sky Glori S7 планшеты – Фәнүзә Хәкимова, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы.
– RoverPad Sky Glori S7 планшеты – Ғәлиә Көмөшҡолова, Әбйәлил районы, Мәхмүт ауылы.
– RoverPad Sky Glori S7 планшеты – Зәлифә Шакирова, Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға