«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан депутаттарына



22.09.2016 Башҡортостан депутаттарына

Башҡортостан депутаттарынаҺеҙгә ышаныс белдереп
Халыҡ бирҙе тауышын,
Яҙып ҡуйған уй, теләктәр
Бары тормошҡа ашһын!
Яңы һайланған ул , ҡыҙҙар,
Һеҙ һайланмыш кешеләр,
Тимәк, һеҙ үҙ халҡығыҙҙан
Һүҙ әйтерҙәй көслөләр!
Үҙ илендә гөрләп үҫһен
Башҡорт халҡының теле,
Эргәһендә сәскә атһын
Күп төрлө дуҫлыҡ гөлө!
Рәсәйебеҙ Оло Ватан,
Башҡортостан кесеһе,
Ватаныбыҙ эштәр көтә,
Ғәмәлдәрҙең изгеһен!
Айрылғанды айыу ашар,
Айрылмағыҙ халыҡтан!
Башҡарығыҙ эшегеҙҙе
Бары тик яҡшы яҡтан!
Алтын урталыҡты һайлап
Булығыҙ һеҙ гел бергә,
Оло быуын исеменән
Фәтихә бөгөн һеҙгә!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
Ғафури районы Родина /Ватан/ ауылы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға