«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көҙ



22.09.2016 Көҙ

Көҙ
Япраҡ аша төшкән ҡояш күҙҙе
Ҡамаштыра сағыу төҫ менән,
Был илаһи сихри матурлыҡты
Нисек бутамаҫҡа төш менән?

Ағастарҙың алтын япраҡтары
Тәңкә булып ергә һибелә,
Байлыҡ, муллыҡ, өмөт, хыял тейәп,
Ашыҡмайса ғына көҙ килә.

Алтын көҙөм! Ялҡын көҙөм минең!
Ҡояш кеүек ҡайнар хистәрем,
Һәр яңы көн шатлыҡ вәғәҙә итә,
Ай-йондоҙло оҙон кистәрем…

Фирүзә Абдуллина







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға