«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы



18.09.2016 Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы

Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы
Бөгөн илебеҙҙә Берҙәм һайлау көнө. Ошо оло сараны теүәл яҡтыртыу өсөн Өфөлә Йәмәғәт һайлау үҙәге эш башланы. Унда журналистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы саҡырылған эксперттарға, политологтарға, партия вәкилдәренә, сәйәсмәндәргә бирәсәк. Ойоштороусылар һайлау участкалары эшен дә тикшерәсәк. Һәр ярты сәғәт һайын брифингылар үтәсәк, республика буйынса УИК-тар менән бәйләнеш булдырыласаҡ.

Йәмәғәт матбуғат үҙәгенең "ҡыҙыу линияһы" телефоны эшләй: 8 965 923 2000.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға