«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә 80 йәшлек әбей балкондан ҡолап төшә яҙған



07.09.2016 Өфөлә 80 йәшлек әбей балкондан ҡолап төшә яҙған

Өфөлә 80 йәшлек әбей балкондан ҡолап төшә яҙған
Был хәл кисә булған. Баш ҡаланың 112 Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып, йорттоң дүртенсе ҡатындағы балкондың нигеҙенә баҫып торған әбей тураһында хәбәр иткәндәр.

Ҡотҡарыусылар альпинист ҡорамалдарын ҡулланып, әбейҙең янына төшөп, уны хәүефһеҙ урынға күсергән. Баҡтиһәң ул балкондан ҡоштарҙы ашатҡан булған, тышҡы яҡҡа нисек сыҡҡанын хәтерләмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға