«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө! Арыҫлан балаһының хужаһы табылды!



07.09.2016 Һөйөнсө! Арыҫлан балаһының хужаһы табылды!

Һөйөнсө! Арыҫлан балаһының хужаһы табылды!
Кисә беҙ Өфөләге Владивосток урамында арыҫлан балаһының табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Уны үткенсе бер егет күреп, ағасҡа бәйләй һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыла. Улар иһә йәнлекте Урмансылар паркына көтөргә алып киткән.

Баҡтиһәң арыҫландың хужалары булған икән. Кушнарен районында йәшәүсе Флюр Муллағәләмовтың ғаиләһендә аҫралған йәнлекте хужаары Өфөгә ветеринарға ҡаратырға алып килгән.
- Шерханға әле биш ай, уны дуҫымдың фургоны менән баш ҡалаға килтерҙек, - ти хужа. - Клиникала уның тырнаҡтарын ҡырҡтылар, дауаланылар. Аҙаҡ ҡайтҡас ҡына уның юҡлығын аңғарҙыҡ.
Муллағәләмовтар кире килеп бар урамдарҙы ҡыҙырып сыҡҡандар. Аҙаҡ ҡына таныштары Шерхан табылды тип телефон аша әйткән.

Нимәһе ҡыҙыҡ - йыртҡыс йәнлекте Муллағәләмовтарға, улдары Алмасҡа 10 йәшенә тыуған көнгә Пермь ҡалаһындағы дуҫтары бүләк иткән.

«Ғаиләлә беҙ барыбыҙ ҙа йондоҙнамә буйынса Арыҫлан, бүләкте бик ҡыуанып ҡабул иттек», – ти Флюр. Шерхандан тыш Муллағәләмовтар өс алабай эте, йылҡы малы, йорт ҡуяндары, хатта тауис аҫрай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға