«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кран өйҙө емергән



06.09.2016 Кран өйҙө емергән

Кран өйҙө емергән
Кисә Туймазы районының Райман ауылында сәйер ваҡиға теркәлде - кран машинаһы өйҙө емергән. Ауыр "Урал"ды туҡталҡаға таулы ергә ҡуйғандар ахыры - ул артҡы өлөшө менән эйеп килеп ҡойманы һәм өйҙөң ал яғын емергән. Бәрелеү һөҙөмтәһендә өйҙөң ҡыйығы ла күтәрелгән.
"Урал" машиналарының етди етешһеҙлеге бар - уларҙың тормоздары йыш ҡына боҙола. Раймандағы хәл дә ошонан сыҡҡан шикелле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға